A A A     Белыый контрастный Черный контрастный Синий контрастный     Скрыть картинки Показать картинки     Ч/б картинки Цветные картинки
Өфө баҙарҙарында баҡса еләге һатыла башлаған
ГТРК Башкортостан


Өфө баҙарҙарында баҡса еләге һатыла башлаған
Килограмы 800 һумға тиклем етә. Ҡайҙа үҫтерелгәне  билдәһеҙ. Төбәктә  ысын баҡса еләге июнь айына ғына өлгөрә. Россельхознадзорҙың Башҡортостан буйынса идаралығы белгестәрен шикле еләктең  сифаты, ҡайҙан килтерелгәне  ҡыҙыҡһындыра. Сағыу алһыу төҫтәге  баҡса еләге башҡа йәшелсә емеш араһынан шунда уҡ күҙгә ташлана. Оҙайлы ҡыштан һуң күптәрҙең татлы емеште тәмләп ҡарағыһы килә. Шуға ла уларҙы тешләшерҙәй хаҡтар ҙа ҡурҡытмай. Республикала баҡса еләге  миҙгеле  ике айҙан ғына башлана. Шуға ла баҙарҙа күпләп һатылған еләк шик тыуҙыра. Уның ҡайҙан килтерелгәне  билдәһеҙ. Етмәһә, был тауарҙың сәләмәтлек өсөн хәүефһеҙ икәнен иҫбатлаусы бер генә документ та юҡ.  Һатыу нөктәһенең хужаһы  тауарҙы күмәртә баҙарында алыуын әйтте, тейешле документтарҙы күрһәтә алманы. Дәүләт инспекторының һорауҙарына ла яуап тапманы. Бындай хәл башҡа урындарҙа ла ҡабатланды.   Юл буйында шикле емеш-еләк һатыусы ир беҙҙең менән һөйләшеп тә тормай, үҙ тауарҙарын ҡаплай һалды. Машина төтөнө менән быҡтырылған еләктәр баҙарҙыҡына ҡарағанда бер аҙ арзаныраҡ. Әммә фитосанитар контроль акты бында ла юҡ.   Россельхознадзорҙың Башҡортостан буйынса идаралығы белгестәре әйтеүенсә, һынау үҙәгендә  йыл башынан алып бер баҡса еләге лә тикшереү үтмәгән. Ошо рәүешле шикле еләк менән бергә республикаға ҡурҡыныс ауырыуҙар һәм ҡоротҡостар индерелеүе ихтимал. Эксперттар менән  Өфөнөң  һатыу үҙәктәренең береһенә лә инеп сыҡтыҡ. Ҡаланың гипермаркеттарында хәл башҡаса. Бында еләк йыл әйләнәһенә һатыла. Тейешле документтар ҙа бар.  Еләктең ҡабында ҡайҙан килтерелгәне лә яҙылған. Бына был еләк, мәҫәлән, Рәсәйҙә үҫтерелгән.Тауарҙың сәләмәтлек өсөн хәүефле икәнен иҫбатлаусы дөрөҫ документ ошолай  булырға тейеш. Емеш-еләк һатыуға рөхсәт ителә икән, тимәк, ул барлыҡ лаборатор һынауҙар  үткән тигән һүҙ. Урамда һатылғаны нитрат һәм ауыр металдарға тикшерелмәгән, уның хәүефһеҙ икәне шик тыуҙыра. Әммә кешеләрҙе был туҡтатмай,  еләккә ихтияж ҙур. Белгестәр   шикле урындарҙан еләк алмаҫҡа кәңәш итә. Емештең  матур төҫөнә алданып ағыуланып ҡуйыу ихтималлығы бар.

Подробности на:https://gtrk.tv/heberzer/269813-ofo-bazarzarynda-baksa-elge-hatyla-bashlagan