A A A     Белыый контрастный Черный контрастный Синий контрастный     Скрыть картинки Показать картинки     Ч/б картинки Цветные картинки
ГТРК Башкортостан. Өфө лимонарийында яуыз бөжәктәргә ҡаршы көрәш иғлан ителә
08 июня 2022 — 13:24 ГТРК «Башкортостан»

Өфө лимонарийында яуыз бөжәктәргә ҡаршы көрәш иғлан ителә


Өфө лимонарийында яуыз бөжәктәргә ҡаршы көрәш иғлан ителә

Ауыл хужалығын күҙәтеү үҙәгенең Башҡортостан идаралығы инспекторҙары карантин ҡоротҡостарынан ҡотолоу юлында фән ҡаҙаныштарын файҙаланырға мәжбүр. Үҫемселек һаҡсылары урмандарҙы асыҡ һауалағыһына һәм ябыҡ ерлеһенә бүлә. Ә ҡоротҡостарға  — барыбер. Ҡышын-йәйен температура һикерештәренән азат лимонарийҙа бөжәктәр кинәнеп үрсер ине лә, белгестәр юл ҡуймай. Уларҙың был йән эйәләренең яралауына уҡ ҡаршы ҡоралы бар. Феромонлы ҡапҡандарҙы  үткән быуатта француз ғалимы һәм яҙыусыһы Жан Анри Фабр уйлап тапҡан. 30 йыл алып барған күҙәтеүҙәрҙән һуң ул бөжәктәрҙең үҙ парын йәлеп итер өсөн үҙенсәлекле еҫ таратыуын асыҡлаған. Ғалимдар был күренеште оҙаҡ өйрәнгәндән һуң енси феромондарҙың яһалма алмашын уйлап табыуға өлгәшкән. Бөгөнгә синтетик феромондарҙың бер нисә төрө ҡулланыла. Берәүҙәре бөжәктәрҙе йәлеп итә, икенселәре киреһенсә, — ситләштерә. Лимонарийҙа беренсе төр феромонлы ҡапҡандар эленде. Ауыл хужалығын күҙәтеү инспекторҙарының төп маҡсаты -  карантин бөжәктәрҙең таралыуын иҫкәртеү. Урмандарҙың 300 мең гектар майҙанында улар йыл да феромонлы ҡапҡандар урынлаштыра. Лимонарийҙа был ғәмәл шулай уҡ һәр йыл ҡабатланып тора. Йылытма һәм оранжереялар өсөн иң ҡурҡыныс бөжәк — көнбайыш гөл трипсы. Уның хатта ҡышҡылыҡҡа йоҡоға талмай үрсеү һәләте бар.Һәр бөжәктең тик үҙенә хас еҫле ҡапҡан талап ителә. Россельхознадзорҙың Башҡортостан бүлексәһендә бындай ҡапҡандарҙың 15 төрө ҡулланыла.Феромонлы ҡапҡандар бөгөнгә ҡоротҡос бөжәктәрҙең төрөн һәм һанын иҫәпкә алып контролдә тотоуҙың иң отошло ысулы. Бындай ҡапҡандарҙың үҙенсәлеге шунда – үҫемлектәргә хәүеф янауын аңлар өсөн бер генә бөжәк эләгеүе лә етә. Ә үҙ ваҡытында асыҡланған ҡоротҡостарҙан ҡотолоуы күпкә еңелерәк. Һөйөнөскә, әлегәсә лимонарийҙа карантин бөжәктәр осрағаны юҡ, ти белгестәр. Элгән ҡапҡандарын инспекторҙар бер ай-ай ярым ваҡыт үткәс тикшереп лимонарийҙа ҡоротҡос хәүефе тураһында тейешле һығымта яһарға әҙерләнә.