Өфө баҙарҙарында баҡса еләге һатыла башлаған
30.05.2022 Новости / Карантин растений / Архив видеоматериалов / Отдел карантина растений и семенного контроля
ГТРК Башкортостан Өфө баҙарҙарында баҡса еләге һатыла башлаған Килограмы 800 һумға тиклем етә. Ҡайҙа үҫтерелгәне билдәһеҙ. Төбәктә ысын баҡса еләге июнь айына ғына өлгөрә. Россельхознадзорҙың Башҡортостан буйынса идаралығы белгестәрен шикле еләктең сифаты, ҡайҙан килтерелгәне ҡыҙыҡһындыра. Сағыу алһыу төҫтәге баҡса еләге башҡа йәшелсә емеш араһынан шунда уҡ күҙгә ташлана. Оҙайлы ҡыштан һуң күптәрҙең татлы емеште тәмләп ҡарағыһы килә. Шуға ла уларҙы тешләшерҙәй хаҡтар ҙа ҡурҡытмай....